Республикала йорттарҙы тикшереү буйынса рейдтар башланды | Новости Башкортостана

Республикала йорттарҙы тикшереү буйынса рейдтар башланды

29.09.2018 в 17:21 \\ Общество \\ 694
  • Первый рисунок

Һуңғы айҙа Башҡортостанда газ ҡоролмаларына бәйле ике фәжиғә теркәлде. Ҡырмыҫҡалы районында 4 фатирлы йортта тәбиғи газ шартлап, ике кешенең ғүмере өҙөлдө, тағы ла икәүһе йәрәхәттәр алды. Өфөлә лә ике бүлмәле фатирҙа газ шартланы. Унда бер кеше йәрәхәттәр алды.

Был ваҡиғаларҙан һуң, барлыҡ хеҙмәттәр өйҙәр буйлап йөрөп, тикшереү башланы. Әммә, улар халыҡтың күпселегендә аңлашыусанлыҡ тапмай. Башҡортостанда күптән бындай осраҡ теркәлгәне булманы. Тәбиғи газ шартлап кирбестән төҙөлгән 4 фатирлы йорттоң яртыһы юҡҡа сыҡты. Хатта, түбәлә ятҡан 20-30 сантиметрлыҡ бетон плитәләр емерелеп килеп төшкәйне. Фәжиғәлә ике кешенең ғүмере өҙөлдө, тағы ла ике пенсионер йәрәхәттәр алды. Улар әле лә дауалана. Бәхеткә күрә, торлаҡта балалар булмай.

Өфөлә урынлашҡан биш ҡатлы йортта ла газ шартланы. Бында ике бүлмәле фатир хужаһы зыян күрҙе. Бәхеткә башҡа торлаҡ хужалары йәрәхәтләнмәне.

Ошондай фәжиғәләрҙе булдырмау маҡсатында махсус хеҙмәттәр йорттар буйлап рейдтар ойоштора. Әммә, подъезға инеүе генә бер бәләгә әйләнә. Подъезға ингәс Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре һәм газ хеҙмәте белгестәре тағы бер ҡаршылыҡҡа осрай. Күпселек кеше көндөҙ эштә булғас, яуап бирмәй. Ә бына ололар ишектәрен асырға теләмәй. Пенсионерҙарҙы ла аңларға мөмкин, сөнки, һуңғы осорҙа шәхси компаниялар йә бөтөнләй мутлашыусылар ололарҙы алдап төрлө хеҙмәт күрһәтергә, тауар һатырға йә аҡсаларын урларға тырыша, ти белгестәр.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм газ хеҙмәте вәкилдәре фатир хужаларына газ еҫе килгәндә, янғын сыҡҡанда нимә эшләргә икәнен аңлата. Бынан тыш, белгестәр газ ҡоролмаларын тикшерә һәм кәңәштәр бирә. Махсус хеҙмәттәр аңлатыу эше менән ҡуша, ололар онотмаһын өсөн белешмә лә тарата. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, ошондай рейдтар даими уҙғарыла. Быйыл ғына Башҡортостанда тәбиғи газға бәйле…. янғын сыҡҡан. Уларҙың күпселегенә кешеләр үҙҙәре ғәйепле. Әммә, газ ҡоролмаларының төҙөк булмауы арҡаһында ла аяныслы ваҡиғалар теркәлә.

Похожие материалы:
Фотографии
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2018 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter