Республикала карьерҙер буйынса тикшереү башланды

05.11.2018 в 19:26 \\ Экономика \\ 193
  • Первый рисунок

Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баймаҡ районында булғанда файҙалы ҡаҙылмаларҙың тәләфләнеүенә ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Баймаҡ районының Темәс ауылы сауҡалыҡтары бөгөн һуғыш яланын хәтерләтә. Тиҫтәләрсә йылдар буйына бынан тәбиғи таш сығарыла, әммә кире тергеҙеү эштәре башҡарылмай. Ә күптәре бөтөнләй лицензияһыҙ эшләй. Ни өсөн? Был видео менән таныштырып Радий Хәбиров хөкүмәт ағзалары алдында ғәҙел һорау ҡуя.

Баймаҡ районында ғына яҫма таш сығарыу менән 40-лаған урында шөғөлләнәләр. Ә бюджетҡа ни бары 5 миллион һум һалым инә. Лицензия буйынса күрһәтелгән күләмдән 10-ар 100-әр тапҡыр күберәк таш сығарыла. Контроль юҡ, сөнки күп осраҡта уларҙы урындағы түрәләр тота тип зарлана ерле халыҡ. Радий Фәрит улы бер аҙна эсендә эшсе төркөм төҙөргә, мәсьәләне хәл итеү юлдарын барларға ҡушты. Башҡортостанда сығарылған шул уҡ яҫма таштың 1 квадрат метры 300 һум тирәһе, Мәскәүҙә был хаҡ 1 мең һумға яҡынлаша. Икенсенән, Башҡортостан бюжеты бөтә төр карьерҙарҙан йылына 110 миллион һум килем ала, ә был эшмәкәрлектән килтерелгән зыян күпкә артыҡ. Йылғаларҙан ҡом-таш сығарыу ҙа ошо иҫәптә. Был тәңгәлдә лә проблемалар шул уҡ.

Өфө янындағы тәүге ябыҡ карьерға юлланабыҙ. Шунда уҡ юлға ҡом тейәгән йөк машиналары тап була. Өсөнсөһө Енәйәт урынынан китеп өлгөрмәй.Экология министрлығы белгестәрен һәм тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы вәкилдәрен бында көтмәгәндәр. Эшмәкәрлектең законһыҙ башҡарылыуын аңлап эксковатор водителе ҡасыу яғын ҡараны. Ә бына карьер хужаһына шулай ҙа закон буйынса яуап бирергә тура киләсәк.Етешһеҙлектәр законһыҙ ҡом сығарыу менән генә сикләнмәй. Бер нисә минуттан сираттағы ҡағиҙә боҙоу. Рейд барған карьерға төҙөлөш ҡалдыҡтары тейәгән йөк машиналары килеп инде. Яр буйындағы бушлыҡ кәрәкмәгән сүп-сар өсөн полигон майҙаны ла икән.

Проблеманы хәл итеү юлын экологтар союзы лә тәҡдим итә. Улар карьер хужаларын бер ойошмаға берләштереү яҡлы.Халыҡ байлығы менән файҙаланыу тәңгәлендә тәртип урынлашҡансы яңы лицензиялар биреүҙе туҡтатырға ҡарар ителде.

Похожие материалы: