«Салауат Юлаев» яңы баш тренер менән килешеүгә ҡул ҡуйҙы

12.04.2018 в 00:07 \\ Спорт \\ 463
  • Первый рисунок

Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Николай Цулыгин «Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнде. Белгес менән контракт оҙайтыу ихтималлығы менән бер миҙгелгә төҙөлгән, тип хәбәр итә клубтың матбуғат хеҙмәте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Николай Цулыгин, уйын карьераһын тамамлағандан һуң, «юлаевсылар» олимпия резервындағы махсус балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә, «Толпар»ҙа эшләне, ә уҙған миҙгелдә төп команданың тренерҙар штабына инде.

«Беҙ команданы ҡасан туплау, быйыл йәй нисек шөғөлләнеү тураһында хәл иттек. Беҙгә миҙгелгә ныҡлап әҙерләнеү зарур. Алдағы көндәрҙә индивидуаль әҙерлек буйынса программалар төҙөп, уйынсыларға ебәрергә кәрәк. Улар күнекмәләргә әҙер булырға тейеш», — тине интервьюһында «юлаевсылар»ҙың яңы тренеры.

Уның әйтеүенсә, Башҡортостан командаһының тренеры булыу – ҙур яуаплылыҡ, сөнки «Салауат Юлаев» команда ғына түгел, ә тотош республика, беҙҙә хоккей көйәрмәндәре бик күп.

«Беҙ командаға ҙур файҙа һәм уңыш килтереү өсөн үҙебеҙгә ошо яуаплылыҡты алдыҡ», — тип өҫтәне Николай Цулыгин.

Белешмә.

Цулыгин Николай Леонидович 1975 йылдың 28 майында Өфөлә тыуған.

Уйынсының карьераһы: «Салауат Юлаев» (1990-1994, 1998/99, 2000/01, 2001/02, 2004/05, 2005/06, 2006/07), ЦСКА (1995), «Балтимор» (АХЛ, 1995/96, 1996/97), «Анахайм Майти Дакс» (Милли хоккей лигаһы, 1996/97), «Форт Уэйн» (ИХЛ, 1996/97, 1998/99), «Цинциннати» (АХЛ, 1997/98), «Аҡ Барыҫ» (1999/00), «Северсталь» (2000/01), «Металлург» Магнитогорск (2002/03), «Нефтехимик»(2002/03, 2003/04), «Динамо» Мәскәү (2004/05), «Сибирь» (2007), «Торпедо» Түбәнге Новгород (2007/08).

Тренерҙың карьераһы: «Салауат Юлаев» олимпия резервындағы махсус балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе (2011-2014), «Толпар» (2015-2017), «Салауат Юлаев» (2017 йылдан хәҙерге көнгә тиклем).

Похожие материалы: