Сергей Семак Европаның иң өмөтлө 10 тренеры иҫәбенә инде | Новости Башкортостана

Сергей Семак Европаның иң өмөтлө 10 тренеры иҫәбенә инде

12.04.2018 в 23:28 \\ Спорт \\ 349
  • Первый рисунок

Абруйлы FourFourTwo футбол баҫмаһы аналитиктары Европаның иң өмөтлө тренерҙары исемлеген төҙөгән. «Өфө» тренеры Сергей Семак рейтингта һигеҙенсе урында тора.

«Семак 2016 йылдың аҙағында «Өфө» клубында тренер вазифаһын биләр алдынан «Зенит»та Лучано Спаллетти, Андре Виллас-Боас һәм Мирча Луческуға (шулай уҡ милли йыйылмала Фабио Капелло һәм Леонид Слуцкийға) ярҙам итте. Һөҙөмтәләр бик яҡшы булды. 42 йәшлек Семак «Зенит»та Роберто Манчиниҙы алмаштырыу өсөн иң яҡшы кандидаттарҙың береһе һанала», — тип яҙа баҫма.

Өмөтлө тренерҙар исемлегендә шулай уҡ Доменико Тедеско («Шальке»), Пабло Мачин («Жирона»), Флориан Кохфельдт («Вердер»), Эрик тен Хаг («Аякс»), Иван Леко («Брюгге»), Мигел Кардозу («Риу Аве»), Лиус Пимента («Броммапойкарна»), Ади Хюттер («Янг Бойз») һәм Кристоф Пелиссье («Амьен») бар.

Похожие материалы:
Фотографии
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Фильм! Фильм! Фильм!
  • Знаменитости Башкортостана
  • Фильм! Фильм! Фильм!
  • Башкортостан с разных ракурсов
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2018 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter