Шәхестәр 100 генә түгел дә...

20.11.2016 в 21:10 | Общество | 3290 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Первый рисунок

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Башҡортостандың 100 исеме" конкурсына телевизор ҡараусылар тарафынан 200-ҙән ашыу танылған шәхес тәҡдим ителгән. Номинанттар араһында сәйәси эшмәкәр Әхмәт Зәки Вәлиди, яҙыусылар Шәйхзада Бабич, Мостай Кәрим, Сергей Довлатов, рәссам Михаил Нестеров, спортсы Ғабдрахман Ҡадыров бар. Тәүгеләрҙән булып милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәм ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәев атлаған. Әлеге акция республикабыҙ тарихына һәм үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәрҙе һайлап алыуға йүнәлтелгән. Конкурс Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арнала. Документтар 1 декабргә тиклем ҡабул ителә.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar