Шәжәрәңде эшлә лә конкурста ҡатнаш

24.11.2015 в 20:00 | Общество | 913 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Первый рисунок

2 ноябрҙән алып 25 декабргә ҡәҙәр Башҡортостанда «Илһөйәрлек һәр ғаиләлә. Минең шәжәрәм» исемле интернет-конкурс иғлан ителде. Бәйгене Башҡортостан Башлығы ярҙамында «Мин патриот» гражданлыҡ-патриотик тәрбиә төбәк йәмәғәт ойошмаһы уҙғара. Акция Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы сиктәрендә ойошторола.
Белем биреү учреждениелары уҡыусылары, студенттар, уҡытыусылар, ғалимдар, шулай уҡ теләгән һәр кем үҙенең ғаиләһенең тарихы менән таныштыра ала. Конкурста ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй. Нәҫел ағасы зауыҡлы, матур итеп биҙәлеп, фотодокументтар менән байытылып, туғанлыҡ терминдары дөрөҫ яҙылып, ете быуын туғандарҙың исем-шәрифтәре архив материалдарына таянып, тамға, ҡош, ағас һәм башҡа ырыу атрибуттары менән эшләнергә тейеш.
Fаризалар 2015 йылдың 10 декабренә тиклем «Конкурсҡа» тигән билдә менән yapatriotrb-shejere@yandex.ru электрон почтаһына ҡабул ителә.
Еңеүселәрҙең эштәре айырым китап булып баҫылып сығасаҡ, шулай уҡ «Мин патриот» гражданлыҡ-патриотик тәрбиә төбәк йәмәғәт ойошмаһы сайтында урын аласаҡ.

Призлы урын яулаусылар махсус бүләктәр, ә иң әүҙемдәргә донъяла танылыу яулаған шәхестәрҙең шәжәрәһе тураһында китаптар тапшырыласаҡ.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar