“Шип” тигән билдә булырға тейешме?

15.11.2018 в 03:12 \\ Авто \\ 283
  • Первый рисунок

Республика автомобилдәрендә “Шип” тигән билдә булырға тейешме? Юҡ икән, күпме штраф һалына?

Был һорауға республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы хеҙмәткәре Линар Зиннуров яуап бирә.

- "Шип" билдәһе ҡуйылыу-ҡуйылмау тураһында норматив документтар килмәне. Шуға күрә инспекторҙар автомобилдәрҙә "Шип" билдәһе булырға тейеш тип, профилактик һөйләшеүҙәр алып бара. Әгәр ҙә водителдең автомобилендә билдә булмаһа, тәүҙә аңлатыу эше ҡаралған, штраф яҙылмай. Икенсе осрашыуҙа - 500 һум күләмендә штраф һалына. "Шип" билдәһе кәрәкмәй тигән ҡәтғи документ юҡ .

Похожие материалы: