Шылтырат һин беҙгә, шылтырат! | Новости Башкортостана

Шылтырат һин беҙгә, шылтырат!

03.08.2018 в 09:37 \\ Общество \\ 189
  • Первый рисунок

– Нығынып бөтмәгән бала йәне өсөн бөгөн донъя бик ҡатмарлы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп ата-әсәләр, эшкә бөтә көсөн һалып, улы йәки ҡыҙы менән һөйләшергә, уның эсендәген һорашып ултырырға ваҡыт тапмай. Ә бит өлкән кешегә бер ни күренмәгән проблема балаға тауҙай тойола. Ғөмүмән, уның өсөн ҙур йәки бәләкәй мәсьәлә юҡ – барыһы ла үтә мөһим. Яратҡан көсөгөн юғалтыу – йөрәгенә төшкән оло ҡайғы, ғашиҡ булып йөрөгән кешеһе менән ташлашыу – бәләкәй генә үлем, иптәштәренең ҡыйырһытыуы – һәләкәткә тиң. Кисерештәре, һыҙланыуҙары, баш етмәҫ һорауҙары менән яңғыҙ ҡалған үҫмерҙе яҡындары ишетмәй, аңламай икән, үҙ йәтмәһенә йәһәт эләктерергә әҙер ҡара уйлы төркөмдәр етерлек, – тип һөйләй Балалар, үҫмерҙәр һәм ата-әсәләр өсөн берҙәм дөйөм Рәсәй ышаныс телефоны хеҙмәтенең супервизоры Лилиә Мәҡсүм ҡыҙы Шәрәфетдинова. – Беҙҙең бурыс – балаға ауыр булғанда, ул ни эшләргә белмәй өҙгөләнгәндә шул минуттарҙы уның менән бергә йәшәп, эске көсөн асырға ярҙам итеү, үҙенә ышаныс уятыу, сөңгөлгә тартҡан ҡараңғы уйҙарынан арындырып, яҡтылыҡҡа алып сығыу...

“Һөйләшеүҙәр яҙҙырыла, мәғлүмәт ҡайҙалыр тапшырыла икән”, – тигән һүҙҙәр буш. Ғөмүмән, мөрәжәғәт итеүсе бөтөнләй исемен әйтмәҫкә мөмкин. Консультант-психологтар ҙа псевдоним буйынса эшләй.

Башҡортостанда балалар ышаныс телефоны, илебеҙҙең күп төбәктәрендәге кеүек, 2010 йылда Рәсәй балаларҙы яҡлау фонды һәм Ауыр тормош хәлендәге балаларға ярҙам фонды тәҡдиме менән ойошторола.

8-800-2000-122 – был телефон һандарын мөмкин тиклем күберәк балалар, үҫмерҙәр, ата-әсәйҙәр белергә тейеш.

Һиңә бик ауырмы? Берәйһе ныҡ итеп рәйнеттеме? Был кисерештәр бөтәбеҙгә таныш. Ләкин һәр ауыр хәлдән дә сығыу юлы бар. Шылтырат, бергәләшеп һөйләшәйек.

Беҙгә шылтыратыу бушлай. Балалар, үҫмерҙәр һәм ата-әсәләр өсөн ышаныс телефоны тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Похожие материалы:
Фотографии
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2018 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter