"Спорт– ул сәнғәт, оло мәҙәниәт

07.11.2015 в 17:42 | Спорт | 1329 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Первый рисунок

йәки Йылдар буйына ирешелгән һөҙөмтә.

Бөрйән районының Әбдел­мәмбәт ауылы үҙенең спортсылары менән дан тота. Был ауылда нисә чемпион йәшәгәнен теүәл генә итеп бер кем дә әйтә алмай. Спортҡа һөйөү бында бала саҡтан, мәктәп йылдарында уҡ һалына. Үткән уҡыу йылында Әбделмәмбәт урта мәктәбе бөтә Рәсәй буйынса “Спортты һәм физик культураны үҫтереү буйынса иң яҡшы ауыл мәктәбе” исеменә лайыҡ булды. Бөгөнгө “Йәшлек” ҡунағы Зиннур Ғүмәр улы БОҪҠОНОВ менән ауыл мәктәптәрендә физкультура дәрестәрен уҡытыу, уҡыусыларҙың һаулығы һәм, әлбиттә, фотолар тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Ул 21 йыл ғүмерен спортсылар тәрбиәләүгә арнаған.

– Әлеге көндә һеҙ мәктәптә спорттың нисә төрө буйынса күнегеүҙәр алып бараһығыҙ?
– Иҫәбе-һаны юҡ кеүек (көлә). Уҡыу программаһына ярашлы, һәр мәктәп йыл һайын мотлаҡ рәүештә спартакиадала ҡатнашырға тейеш. Уға ун спорт төрө индерелгән. Һәм һәр уҡытыусы йыл дауамында уҡыусыларҙы ошо ярышҡа әҙерләргә бурыслы. Быларҙан тыш, программаға инмәгән, әммә балалар яратҡан уйындар ҙа бар бит әле. Ниндәй генә универсаль кеше булмаһын, уҡыусылар бер үк ваҡытта уларҙың барыһын да үҙләштерә алмай. Шуға күрә бөгөн мәктәп кимәлендәге спортта һөҙөмтәләргә ҡарағанда проблемалар күберәк.

– Шулай ҙа бер нисә йыл рәттән һеҙҙең команда Рәсәй кимәлендә алдынғылыҡты бирмәй килә...
– Спортта бер нисә көндә йәки айҙа ғына һөҙөмтәләргә өлгәшеп булмай. Бының өсөн ныҡлы база һәм йылдар буйына дауам иткән күнекмәләр кәрәк. Һуңғы ваҡытта дәрестәрҙе, түңәрәк эштәрен бер системаға һалып, һәр спорт төрөнән дә ярайһы ғына һөҙөмтәләргә ирешә башланыҡ. Мәҫәлән, беҙҙең мәктәп балалары оҙайлы шөғөлләнеүҙән һуң гимнастика, полиатлон, гер спорты буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Ләкин быйыл спартакиада программаһына был спорт төрҙәре индерелмәгән. Программала юҡ тип, быға тиклем һөҙөмтәле эшләп килгән балаларҙың күңелен төшөрөп, туҡтата алмайым бит, ул спорт төрҙәренән дә күнекмәләр дауам итә. Ә йыл да яңырып торған спартакиада программаһына ярашлы, яңы уйындарҙы ла үҙләштереп торабыҙ.
Ҡайһы бер уҡытыусылар балаларҙы ярыштарға сәмләндерер, еңеүгә ынтылыш тәрбиәләр өсөн алып килһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһылары исем һәм ҡағыҙ тултырыр өсөн генә ҡатнаша. Ярышҡа бер йәки ике аҙна ҡалғас әҙерләнә башлайҙар ҙа, һөҙөмтәһеҙ сығыш яһап, йәш баланың күңелен төшөрәләр. Уҡыусыларҙың спортҡа ҡыҙыҡһыныуы юғала, һүрелә.

– Ә балаларҙа еңеүгә теләк көслөмө? Һөҙөмтәгә тиклем барып етергә түҙемлектәре етәме?
– Түҙемлектең ике төрө була. Береһе – еңеүгә маҡсат ҡуйып, йылдар дауамында шул маҡсатҡа табан барыу. Икенсеһе – оҙайлы күнекмәләргә организмдың сыҙамлы булыуы. Балаларҙа уларҙың икеһе лә бар. Тик һуңғы йылдарҙа уҡыусыларҙың сәләмәтлеге насарлана барыуын күҙәтәм. Был проблема ике яҡлы. Балаһының әҙ генә сөскөргәненә лә справка юллап алыусы ата-әсәләр була. Ауырыуына ҡарамайынса, йүгерергә, спорт менән шөғөлләнергә теләгән балалар ҙа күп. Был осраҡта уларҙың күңелен ҡалдырмай ғына кире ҡаға белергә кәрәк. Уҡытыусы балаларҙың ғүмере һәм хәүефһеҙлеге өсөн яуап биргәнен оноторға тейеш түгел.

– Һеҙҙең мәктәптә генә түгел, тотош ауылда спортты үҙ итеүселәр күп йәшәй, тиҙәр.
– Бер эш тә еңел генә башланып китмәй. Мәктәп менән бергә ауылыбыҙҙың бар халҡын сәләмәт йәшәү рәүешенә өндәйбеҙ, саҡырабыҙ. Күп осраҡта килеп сыға, әммә бөтәһе лә тигеҙ генә бармай, ҡытыршылыҡтар ҙа осрап тора. Кешене спортҡа ылыҡтырыу өсөн дә ваҡыт кәрәк. Бөгөн ауылыбыҙҙа ир-егеттәрҙең айырым хоккей лигаһы бар, үҙ көсөбөҙ менән боҙ майҙансығын эшләп ҡуйҙыҡ. Унда көндөҙ – балалар, кискеһен өлкәндәр уйнай, тимераяҡта шыуа. Шау-гөр килеп торған майҙанға ҡарап, хеҙмәттең бушҡа түгелмәгәненә һөйөнәбеҙ. Ә ҡайҙалыр йөҙәр меңләгән һум түгеп яһалған майҙандар буш тора. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым зал бар. Кемдер – фитнес, кемдер гимнастика менән шөғөлләнә.

– Бөгөн ең һыҙғанып эшләгән саҡта һеҙгә нимә ҡамасаулай?
– Спортҡа аҡсаның әҙ бүленеүе. Ниндәй генә эшкә барып тотонһаҡ та, ошо проблемаға барып төртөләбеҙ. Яңы спорт төрҙәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр юҡ кимәлендә. Мин ниндәйҙер етәксенең ишеген шаҡып инәм икән, уҡыусыларым өсөн нимәлер кәрәк булғанға йөрөйөм. Үҙем өсөн исем дә, дан да кәрәкмәй. Бер нисә йыл ҡыҙыҡ ҡына һөйләшеү булғайны. Бер етәксе саҡырып алды ла: “Бына, әбйәлилдәр шул-шул спорт төрө буйынса Европа кимәленә сыҡҡан. Һеҙ шул кимәлгә етә алаһығыҙмы?” – тип һорай. “Була, – тинем, – аҡса бирһәгеҙ һәр эште йырып сығырға була”. “Ә бында аҡсаның ни ҡыҫылышы бар?” – тип аптырап ҡалды ул. Күп осраҡта беҙҙән һөҙөмтә талап итәләр, ә уңайлыҡтар тәҡдим итергә оноталар.
Мин әлеге ваҡытта һеҙгә зарланып һөйләп ултырһам да, башҡа мәктәптәр менән сағыштырғанда, беҙҙә бөтә нәмә бар. 25 баланы саңғыға баҫтыра алам, кейемдәр бар, спорт залы эшләй. Әммә заман менән бергә атлар өсөн яңынан-яңы спорт йыһаздары кәрәк. Әлеге ваҡытта уҡ-һаҙаҡта атыш төрө менән ҡыҙыҡһына башланым. Эште башлап ебәрер өсөн тағы ла сығым талап ителә. Әммә ике йылдан был спорт төрө буйынса ла чемпион әҙерләйәсәгемә ышанам.

– Спорт, сәләмәтлектән тыш, балаларға тағы ла нимә бирә?
– Спорт – ул тәү сиратта дисциплина һәм тәртип. Уҡытыусы тәүге дәрестән үҙен нисек тота, йылдар буйына шулай дауам итә. Ә мин талапсан кеше. Ҡыҙҙар минең дәресемә оҙон тырнаҡтар менән, алҡа тағып инә алмай. Сәс тарап үрелгән, мотлаҡ спорт кейеме. Хатта малайҙарҙың да кейемдәренең бөхтә булыуын яратам. Ойошҡанлыҡ, тыңлаусанлыҡ, командала дуҫлыҡ талап итәм. Ярыштарға барған саҡта шаулашып, тәртип боҙоп, ҡысҡырып көлөп йөрөгән башҡа мәктәп уҡыусылары араһында беҙҙең балалар тәртибе менән айырылып тора.

– Күп кеше, айырыуса балалары спорт менән шөғөлләнеүсе атай-әсәйҙәр балаһының һаулығы өсөн борсола. Ярыштар, күнегеүҙәр ваҡытында имгәнеү осраҡтары булып тора.
– Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына имгәнеүҙәр, йәрәхәттәр була. Һәр ярыш, һәр дәрес ваҡытында мине ҡурҡыу хисе биләй. Тәү сиратта балаларҙан хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙе талап итәм. Үрҙә һөйләп үткән дисциплина, тыңлаусанлыҡ, талапсанлыҡ хәүеф булдырмау өсөн кәрәк. Талаптарҙы үтәгән осраҡта, күнекмәләр дөрөҫ үткәрелһә, бәлә-ҡазаны урап үтергә мөмкин. Мәҫәлән, мәктәп майҙансығында өс турник тора, 25 туп ята. Тәнәфес башланыу менән балалар улар­ға килеп тотона. Ҡайһы бер уҡытыусылар, дәрестәре бөткәс, үҙ эштәре менән булы­шыр­ға тотона йәки кабинетҡа инеп бикләнә. Ә мин балаларҙың нисек уйнағанын күҙәтәм, хәүеф-хәтәрҙән аяп торам. Бәләкәй балалар­ға ауыр туптар менән уйнарға, гер күтәрергә рөхсәт итмәйем.
Был күҙәтеү эш өсөн дә файҙалы: уҡыусының нимәгә һәләтле икәнен күрәһең, бәләкәстәрҙең талантын асыҡлайһың.

– Балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу ауырмы?
– Юҡ, бары тик уларҙы ҡыҙыҡһындыра, дәртләндерә белергә генә кәрәк. Дәрескә булған хөрмәт уҡытыусының дәрәжәһенән тора. Һәр дәрес һайын туп типтереп йәки йүгертеп кенә ихтирам яулап, балаларҙы спортҡа ылыҡтырып булмай.
Хәҙер күп осраҡта ярышта еңеүселәргә миҙал тағалар ҙа, Маҡтау ҡағыҙы тоттороп ҡайтаралар. Беҙ мәктәп етәкселеге менән юғары күрһәткестәргә өлгәшкән уҡыусыларҙы район, республика стипендияларына тәҡдим итәбеҙ. Шулай уҡ даими рәүештә район үҙәгендә урынлашҡан бассейнға бушлай йәки ярты хаҡҡа йөрөтөргә тырышам. Балалар ер-һыу күреп, сит-ят ерҙәрҙә йөрөргә ярата. Сит ҡалалар, районда үткән ярыштарға барырға улар үҙҙәре үк ашҡынып тора. Ә уның өсөн район кимәлендә еңеү яуларға кәрәк икәнен аңлайҙар, тырышалар. Республикала еңеү яулаған осраҡта команда ағзалары Рәсәй кимәлендәге ярышта ҡатнашыр өсөн юлға сыға. Юл сығымдарынан тыш, йәшәү һәм туҡланыу өсөн тиндәр менән иҫәпләрлек аҡса бүленә. Уныһын да мәктәп етәкселеге ауырлыҡтар аша, инәлеп тигәндәй таба, бағыусылар эҙләй. Уңайлыҡтары булмаған бүлмәлә (был осраҡта ярышты ойоштороусыларҙың да уйлап еткермәүе була) йәшәгән, өйҙән алып килгән ризыҡ менән туҡланған балалар­ҙың күңелендә ярыш өсөн дәрт, еңеүгә сәм ята. Уларҙың эске яныуы, теләге, эскерһеҙлеге генә был етешһеҙлектәрҙе үтеп сығырға ярҙам итә. Өлкәндәр бындай ярыштарға йөрөргә үтә атлығып тормай, әлбиттә.
Әлбиттә, интернет, компьютер, телевизор­ҙар менән ярышыу, спортты, сәләмәтлекте алға сығарыу көндән-көн ауырлаша бара. Интернетты ХХI быуаттың ауырыуы тип атайым.

– Һеҙҙеңсә, балалар өсөн ниндәй спорт төрө файҙалы һәм актуаль?
– Полиатлон. Ул балаға бар яҡтан да үҫергә ярҙам итә: йөҙөү, алыҫ һәм яҡын араға йүгереү, мәргәнлек, турникта күтәрелеү. Тәнде сыныҡтырыу өсөн быларҙың барыһы ла кәрәк. Егет кеше әрме хеҙмәтенә тулы әҙерлек менән китәсәк.

– Һеҙҙең өсөн спорт нимә ул?
– Сәнғәт, юғары мәҙәниәт. Уның өсөн талант та, тырышлыҡ та, яратыу ҙа, күңел һалыу ҙа кәрәк. Спорт командала эшләргә, бер-береңде күтәрергә, ҡеүәтләргә, йыуатырға өйрәтә.

– Еңеү ауырмы әллә еңелеүме?
– Еңелергә һәр кем, һәр ваҡыт булдыра ала, ә еңеүсе берәү генә. Шуға күрә еңеү күпкә ауырыраҡ. Тик еңелгән осраҡта ла күңел төшөрмәү, хаталар өҫтөндә эшләй белеү өсөн батырлыҡ мөһим. Мин даими шөғөлләнгән спорт төрҙәренән генә еңеүҙе маҡсат итеп ҡуям. Ҡыҙыҡһыныу кимәлендәгеләрҙән йәки ярты йыл ғына күнекмәләр үткәргәндән һуң еңеү талап итеү аҡылһыҙлыҡҡа тиң. Ә инде өмөт итеп тә, еңеүен күҙаллап та, берәй бала ярышта еңелә икән, бер аҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп кителә.

– Ә үҙегеҙҙә спортҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҡасан барлыҡҡа килде?
– Бала саҡтан спорт менән шөғөлләндем. Турник янынан китмәнем. Ауылда бәләкәй генә спорт залы булды, уның тәҙрәһендә ут яныуы була, шунда сығып йүгерә торғайным. Һыуыҡ залда ямалып бөткән туп менән уйнап үҫтем. Йүгереү, һикереү, футбол, волейбол – нимәләр генә уйнамай инек беҙ...

– Тап шул саҡта уҡытыусы булыр­ға хыял иттегеҙме?
– Физкультура уҡытыусыларының ике төрө була. Талантлы уҡытыу­сы һәм талантлы спортсы. Спортсы үҙе өсөн тырыша, үҙен күрһәтә. Тик ул талантын башҡалар­ға бирә алмай. Ә мин үҙемде теорияны белгән уҡытыу­сылар иҫәбенә индерәм. Спортсы булараҡ, ҡаҙаныштарым юҡ, ә балаларға өйрәтә беләм. Бер ваҡытта ла спорт карьераһын маҡсат итеп ҡуйманым. Мәктәпте тамамлағас һынлы сәнғәт бүлегенә документтарҙы тапшыр­ғайным, уҡырға инә алмағас, Күмертау педагогия училищеһына юл тоттом. Осраҡлы рәүештә генә физкультура уҡытыусыһы булып киттем. Талантым бар, тип әйтә алмайым, әммә миндә эшләргә теләк көслө. Һәр нәмәгә өлгөрөп булмай, әлбиттә, нимәлер килеп сыға, нимәлер юҡ.

– Һеҙҙе “Бәйләнештә” селтәрендә үҙенсәлекле фотограф, талантлы рәссам булараҡ та беләләр. Гәзитебеҙ биттәрен дә улар даими биҙәп тора. Ваҡытты нисек еткерәһегеҙ?
– Фото – ул бөтөнләй икенсе донъя, спорттан үтә лә алыҫ. Кемдер өйө, үҙ донъяһы өсөн эшләй, йәшәй. Ә мин балалар менән эшләүҙе маҡсат иткәнмен. Иғтибар иткәнегеҙ бармы: кемдең ҡыҙыҡһыныуҙары бар, ижадҡа бирелгән, уларҙың донъяһы әҙ генә ҡайтышыраҡ та була, таҙалыҡ, тәртип тотор өсөн ваҡыттары ла булмай. Күңел күтәренкелеге, ижад матди байлыҡтан мөһим булып ҡала. Көнө буйы мәктәптә булып, аҙаҡ тәбиғәткә фото төшөрөргә сығып киткән кешенән өй тирәһендә ҙур эштәр ҡыйратыуына, донъяһын гөлт иттереп тотоуына ышанып булмай. Ул яҡтан мин бәхетле: маҡсатымды, ҡыҙыҡһыныуымды аңлаған ғаиләм бар. Ҡатыным Гүзәл дә, өс балам да спортты үҙ итә, ярыштарҙа даими ҡатнашып, еңеп торалар. Ҡыҙым Алина фото төшөрөүгә лә ваҡыт таба.
Фотоларымда күп осраҡта тәбиғәт күренештәре сағыла. Ә уның үҙенсәлекле мәлен тотоп мәңгеләштереү өсөн тойомлай, аңлай белергә кәрәк.Тәбиғәт мине һәр ваҡыт үҙенә саҡырып, әйҙәп кенә тора.
Ә күңел тартылған эш өсөн ваҡыт табыла.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar