Ташҡынға бәйле республикала юғары әҙерлек режимы индерелгән

12.04.2018 в 23:46 \\ Общество \\ 873
  • Первый рисунок

Башҡортостанда ташҡынға бәйле юғары әҙерлек режимы индерелгән. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған.

Төп маҡсат – яҙғы ташҡынға осоронда кире эҙемтәләргә юл ҡуймау, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау, халыҡтың йәшәйешен тәьмин итеү системаһы, социаль һәм производство тәғәйенләнешендәге объекттарҙың эшен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү.

Бойороҡтоң үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Хәкүмәте премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиевҡа йөкмәтелгән.

Әлеге мәлдә Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһының Башҡортостандағы территориаль ярҙамсы системаһы көстәре ташҡын мәлендә оператив һәм комплекслы эш итергә әҙер.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республика биләмәһендә 1 апрелдән граждандарҙың 35 муниципаль берәмектә (тәүлегенә йәнә өс муниципаль берәмек) йорттарҙы, ихаталарҙы һәм юлдарҙы ҡар һыуҙары баҫыуҙың 403 осрағы (тәүлегенә тағы 73 осраҡ) буйынса мөрәжәғәттәре теркәлгән.

Похожие материалы: