Туристар Ҡандракүлде һайлай

29.06.2017 в 23:30 | Общество | 1043 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Первый рисунок

Башҡортостандан “Ҡандракүл” тәбиғәт паркы Рәсәй туристары араһында иң яратҡан ял урынына әүерелгән. Туризм буйынса федераль агентлыҡ иң популяр маршруттар рейтингын әҙерләгән. Исемлектә шулай уҡ Мәскәү өлкәһендәге “Мышы утрауы”, Краснодар крайындағы “Сочи”, Иркутск өлкәһендәге “Байкал”, Калининградтағы “Куршск мороно” тигән тәбиғәт парктары бар. Рәсәйҙә һуңғы ваҡытта экология туризмына ҡыҙыҡһыныу арта. Былтыр 9 миллиондан ашыу кеше илдәге тәбиғәт ҡомартҡылары буйлап сәйәхәт иткән.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar