"Все включено" бөтөрөлә

01.11.2017 в 19:16 | Общество | 816 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ

Төркиә курорттарында халыҡ яратып өлгөргән "барыһы өсөн түләнгән" тигән система бөтөрөлөүе мөмкин. Был дәүләттең Һатыусылар һәм кәсепселәр берлеге ошондай башланғыс менән сыҡҡан. Тәҡдим авторҙары әйтеүенсә, туристик юлламала барыһы өсөн дә түләнгән булғас, килеүселәр ҡунаҡхананан сыҡмай тиерлек, иртәнге, көндөҙгө һәм киске ашты ҡалдырмаҫҡа тырыша. Һыу инергә генә барып киләләр. Башлыса Рәсәй һәм Германия туристары теләп алған "барыһы өсөн түләнгән" юлламаларын бөтөрөүҙән һуң туристар Төркиәнең иҫтәлекле урындарында ла күпләп буласаҡ, тигән фекерҙә улар.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar