Ҡымыҙсылар тигән дандары бар | Новости Башкортостана

Ҡымыҙсылар тигән дандары бар

17.01.2018 в 19:35 \\ Общество \\ 205
  • Первый рисунок

Марат Хөрмәт улы Абдулов ҡымыҙсылыҡ менән ике тиҫтә йыл шөғөлләнә. Уның улы Фәрит тә атаһы һөнәренә башкөллө сумған һәм хәҙер инде үҙе крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы. Ата менән ул бергә эшләй.
Фәрит Марат улы быйыл Өфө ҡалаһында булып үткән “Йыл эшҡыуары – 2017” республика конкурсында ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, беренсе тапҡыр был бәйге 2005 йылда уҙғарылғайны. Шунан алып ул йыл һайын төбәктең эшлекле тормошонда әһәмиәтле ваҡиға булып билдәләнә. Быйыл республиканың ҡала-район эшҡыуарҙарынан конкурсҡа 102 заявка килгән. Беҙҙең район намыҫын унда Абдуловтарҙың крәҫтиән (фермер) хужалығы яҡланы һәм Фәрит Абдулов ошо мәртәбәле конкурстың “Милли традицияларға тоғролоҡ” тигән махсус номинацияһында еңеүсе тип танылып, “Йыл эшҡыуары – 2017” статуэткаһы һәм грамота менән бүләкләнде.
Өфөнән йөрөп ҡайтҡас, йәш эшҡыуарҙан хужалығы хаҡында ентеклеберәк һөйләүен һораныҡ.
– Бөгөнгө көндә беҙҙең хужалыҡта 143 баш йылҡы малы иҫәпләнә. Был һанға эш аттары ла, бейәләр ҙә, тоҡом айғырҙары ла, төрлө йәштәге ҡолондар ҙа инә. Һауын бейәләре – 84 баш. Белеүегеҙсә, хужалыҡтың төп йүнәлеше – бейә бәйләү, ҡымыҙ етештереү. Үткән йәй, мәҫәлән, көнөнә 150-180 литр ҡымыҙ бешеүгә өлгәштек. Маҡсатыбыҙ – был күрһәткесте 250 литрға еткереү. Ҡымыҙ традицион ысул буйынса, ҡул менән бешелә, быныһы бик мөһим. Шулай ҙа, әлегә тиклем бейәләрҙе ҡул менән һауһаҡ, киләсәктә махсус һауыу аппараттары алырға уйлайбыҙ. Ҡул менән һауыу, әлбиттә, ауыр, шуны иҫәпкә алып, һауынсыларға эш хаҡы ла тейешенсә түләнә. Етештерелгән продукцияның төп өлөшөн урындағы халыҡҡа һатабыҙ. Магнитогорск-Ира трассаһынан үтеүселәр ҙә алып китә. Шулай ҙа ҡымыҙҙы иң күп алыусылар – Ырымбур өлкәһе халҡылыр, моғайын, улар бер юлы 20-30 литр ҡымыҙ килеп ала.
Быға тиклем рекламаһыҙ ҙа эштәр яҡшы барҙы. Халыҡ телендә “Мараттың ҡымыҙ фермаһы” тип йөрөтөлгән ҡымыҙлыҡты районда белмәгән кеше юҡтыр. Районда ғына ла түгел, рес-публикала ла, күрше өлкәләрҙә лә беләләр. Был, әлбиттә, осраҡлы түгел, беҙҙең хужалыҡ етештергән продукция юғары сифатлы. Беҙ бөтә һатып алыусыларыбыҙға ла ярарға тырышабыҙ. Беҙҙең ҡымыҙ беренсе, икенсе, өсөнсө һәм дүртенсе сорттарға бүленә. Беренсе сортлыһы – оҙаҡ тотолған ҡымыҙ, иң көслөһө, ҡеүәтлеһе булһа, дүртенсе сортлы ҡымыҙ сөсөлөгө менән айырыла, ул күберәк һөткә тартым. Уларҙың һәр ҡайһыһы кеше организмы өсөн үҙенсә файҙалы. Сөсө ҡымыҙ – витаминдарға бай, иммунитетты нығыта, уны йышыраҡ балалар һәм өлкән йәштәгеләр эсә. Беренсе сортлыһы ҡан тамырҙары, нервы системаһы, ашҡаҙан өсөн файҙалы. Туберкулезды иҫкәртеү йәһәтенән дә ул алыштырғыһыҙ дауа. Ҡымыҙ көслөрәк булған һайын, уның сифаты ла юғарыраҡ була.
Бөгөн бөтә көс йылҡы фермаһын киңәйтеүгә йүнәлтелгән. Мал торған территория ике тапҡырға ҙурайтылды. Әүеҫлек, һарайҙар төҙөнөк. Малды һимертеү, эш аттарын тотоу өсөн айырым урындар булдырҙыҡ, бейәләрҙе һауыу өсөн 30 метрлыҡ база төҙөнөк. Бындай үҙгәрештәр санитария-гигиена талаптарын үтәүгә, эш урынын таҙа һәм тәртиптә тотоуға булышлыҡ итә.
Ялан зонаһында йылҡы малын ҡыш тибенлектә йөрөтһәләр, беҙҙең ҡырыҫ урман зонаһында быны эшләп булмай. Шуға ла ҡышҡылыҡҡа бесәнде 1150 рулондан да кәм әҙерләмәйбеҙ. Үҙ көсөбөҙ менән, әлбиттә. Ә бына фуражды һатып алабыҙ, – тип һөйләй Фәрит Марат улы.
Абдуловтарҙың крәҫтиән (фермер) хужалығы ҡымыҙсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, төп килемде шулай ҙа йылҡы ите һәм аҫырауға ат һатыуҙан ала. Йәш малдың бөтәһе тиерлек һатыуға сығарыла. Йылҡы һатып алырға теләүселәрҙең ихтыяжынан сығып, малды һимертәләр, кәрәк икән, һуйып та бирәләр. Ҡымыҙҙан алынған килем – миҙгелле һәм ул, башлыса, ферманы тотоуға, эшселәргә эш хаҡы түләүгә, яғыулыҡҡа һәм дарыуҙарға китә.
– Быйыл беҙҙең хужалыҡта һигеҙ кеше эшләне. Ат ҡараусы, ҡарауылсы һәм һауынсы даими эш менән тәьмин ителһә, ҡалғандары йәй миҙгеленә генә алына. Һауынсы декабрь айында ялға ебәрелеп, майҙа ғына ҡабаттан эшкә сыҡһа, ат ҡараусы менән ҡарауылсы өсөн ҡышҡыһын иң ауыр ваҡыт башлана. Улар йылҡы малын ҡарай, ашата, аҫтын таҙарта. Әлбиттә, эшселәр өсөн фермала бөтә уңайлы шарттарҙы булдырырға тырышабыҙ. Быға тик-лем улар вагондарҙа йәшәһә, хәҙер махсус өйҙәрҙә, айырым бүлмәләрҙә йәшәй. Бынан тыш, ашхана ла бар. Беҙ фермала атайым менән алмашлап дежур итәбеҙ, ошоғаса эшселәрҙе яңғыҙ ҡалдырғаныбыҙ юҡ, – ти йәш эшҡыуар.
Абдуловтар үҙҙәренең ҡымыҙ һатыу нөктәһен булдырыу хаҡында әлегә уйлағандары юҡ икән, сөнки төшкән бер ҡымыҙҙы фермаға килеп алып китеп торалар. Һуңғы ваҡытта Ырымбур өлкәһенән бер эшҡыуар менән бәйләнеш булдырғандар, ул ҡымыҙ продукцияһын күмәртәләп алып китә.
– Ул беҙҙән ҡымыҙҙы күберәк алырға ла әҙер, әммә беҙ ул тиклем үк етештерә алмайбыҙ әлегә. Өфөнән дә бер эшҡыуар беҙҙең ҡымыҙҙы бөгөндән һатып алырға әҙер. Ҡымыҙ – тиҙ боҙола торған эсемлек, уны тиҙ арала һатып бөтөргә ашығабыҙ. Шуға ла ҡымыҙ етештереүҙе арттырыу өҫтөндә эшләргә иҫәп бар. Киләһе йыл бейәләрҙе һауыу өсөн аппарат, санитария-гигиена нормаларына тап килгән, эҫе һәм һыуыҡ һыу үткәрелгән, душ кабинаһы, һыуытҡыстар менән йыһазландырылған яңы ҡымыҙ цехы төҙөү күҙаллана. Етештергән продукциябыҙға ярашлы сертификатыбыҙ бар. Үткәндә “Башҡортостан продукты” сифат сертификатын алыуға заявка бирһәк тә, беҙҙең ҡымыҙ цехы ағастан төҙөлгәнгә, үтә алманыҡ, – тип дауам итә Ф.Абдулов.
Районда ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә билдәле эшҡыуар Абдуловтарҙың эше көйлө бөгөн. Сөнки улар беренсе сиратта үҙҙәренә талапсан, эшһөйәр һәм эштәрен белеп, еренә еткереп башҡара.

Похожие материалы:
Фотографии
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2018 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter