Ҡышын экстрим яратыусыларҙы һаҡ булырға саҡыралар

03.01.2018 в 16:37 | Общество | 941 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Ҡышын экстрим яратыусыларҙы һаҡ булырға саҡыралар

10 көнлөк яңы йыл каникулдары осоронда спорттың экстрим төрөн үҙ итеүселәр һәм тәбиғәт яратыусылар тауҙарға бара. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы уларҙың барыһын да алдан теркәлергә саҡыра. Телефон һандарын, ниндәй йүнәлеш буйынса поход күҙаллана, нисә кеше була, ҡасан барыу һәм ҡайтыу планлаштырылған – 10 көн алдан әйтергә кәңәш ителә. Әйләнеп ҡайтҡас иһә, сәфәрҙең тамамланыуы тураһында ла хәбәр итергә кәрәк. Төркөм ваҡытында ҡайтмаһа йә хәбәр итмәһә, ҡотҡарыусылар эҙләргә сыға.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar