Зилә һәм Хәсән Усмановтарҙан Яңы йыл табыны | Новости Башкортостана

Зилә һәм Хәсән Усмановтарҙан Яңы йыл табыны

11.01.2018 в 20:00 \\ Общество \\ 341
  • Первый рисунок

Эстрадабыҙҙағы һоҡланғыс парҙарҙың береһе, моңло тауышы, ихласлығы менән тамашасыларҙы әсир иткән сәхнә йондоҙҙары бөгөн Яңы йыл табынына Көнсығыш халыҡтарына хас булған тәғәмдәр әҙерләп күрһәтте.

Японса ролл
1 стакан йомро бөртөклө дөгө (кибеттәрҙә суши өсөн махсус дөгө лә һатыла, тик уны алыу мотлаҡ түгел, йәбешеп торған башҡа сорттары ла ярай), 200 грамм еңелсә тоҙланған һөмбаш йәки бағыр балығы, 1 ҡыяр, 2-3 краб таяҡсаһы, 100 грамм эремсекле сыр, нори (диңгеҙ ылымыҡтарынан суши өсөн махсус эшләнгән ҡағыҙ битенә оҡшаған йәймәләр), 3-4 ҡалаҡ кунжут орлоғо, 100 грамм соя соусы, маринадланған имбирь (гари) кәрәк. Тағы ла ролл эшләү өсөн бамбук септә (макису) талап ителә.

Дөгөнө 15-20 минут бешереп алабыҙ ҙа, һарҡытып, һыуытабыҙ. Ҡыярҙы, краб таяҡсаларын да оҙонса итеп турайбыҙ. Балыҡтың яртыһын – оҙонса киҫәктәргә, яртыһын пластиналар итеп ҡырҡабыҙ. Кунжут орлоғон саҡ ҡына ҡыҙҙырып алабыҙ. Ҡулды еүешләтер өсөн һыу әҙерләп ҡуябыҙ.
Махсус бамбук септәгә нориҙы йәйәбеҙ ҙә (ялтыр яғын тышҡы яҡҡа тап килтерәбеҙ) өҫтөнә тығыҙ ғына итеп дөгөнө һалып сығабыҙ. Ярма ҡулға йәбешмәһен, тигеҙ ятһын өсөн ҡулды еүешләп-еүешләп алабыҙ. Уртаһына бер буй итеп ҡыяр, краб таяҡсаһы, балыҡ киҫәктәре һалабыҙ. Улар өҫтөнә эремсек сырын яғабыҙ. Септә ярҙамында ипләп кенә урайбыҙ, таралмаһын өсөн баҫҡылап тығыҙлайбыҙ.

Икенсе төрлө ролл өсөн шулай уҡ нориға дөгөнө йоҡа ғына итеп түшәйбеҙ ҙә септәгә йәйелгән шыптыр өҫтөнә дөгөлө яғы менән әйләндереп һалабыҙ. Өҫтә ҡалған нориҙың уртаһына буй итеп краб таяҡсаһын ҡуйып сығабыҙ һәм сыр яғабыҙ. Септә менән шулай уҡ тығыҙлап урайбыҙ ҙа кунжут орлоғонда әүәләйбеҙ.

Зилә һәм Хәсән Усмановтарҙан Яңы йыл табыныӨсөнсө ысул. Нориға дөгөнө һалып әйләндерәбеҙ. Уртаһына буй итеп ҡыяр киҫәктәрен урынлаштырабыҙ, сыр яғабыҙ, ҡыҙыл ыуылдырыҡ һалабыҙ. Шунан тығыҙлап урайбыҙ. Өҫтөнә нәҙек кенә итеп киҫелгән балыҡ итен һалып сыҡҡас, йәбешһен өсөн, тағы ла тығыҙлайбыҙ.

Әлеге кеүек эшләп, тышҡы яғын балыҡ ите урынына ҡыҙыл ыуылдырыҡ менән ҡапларға ла мөмкин.
Ҡырҡыр алдынан үткер бысаҡты еүешләп алабыҙ. Роллды тигеҙ өлөштәргә бүлеп, тәрилкәгә теҙәбеҙ. Уны соя соусы, маринадланған имбирь киҫәктәре йәки васаби соусы менән ашайҙар.

Артист тормошоноң күп өлөшө өйҙән ситтә, гастролдә йөрөп үтеүе бер кемгә лә сер түгел. Шуға ҡарамаҫтан, юлда ла һаулыҡты хәстәрләү яҡлы Усмановтар. Мөмкинлек булғанда, айырым фатирға төшөп, үҙҙәре әҙерләп ашарға тырышалар. Ҡыҙҙары Шәүрә менән улдары Урал иһә ата-әсәһенең уңыштарына ҡыуанып, өйҙә әсәйҙең тәмле аштарын көтөп ала. Һәр ғаиләләге кеүек, бында ла үҙҙәренең яратҡан ризыҡтары бар. «Яңынан-яңы тәғәмдәр әҙерләргә өйрә­нәбеҙ, тәмле итеп бешере­нәбеҙ, шулай ҙа донъяла иң татлыһы – үҙебеҙсә биш­бармаҡ», – ти Хәсән.

Похожие материалы:
Фотографии
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2018 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter