Атай-әсәй балаға дуҫ була аламы? | Новости Башкортостана

Атай-әсәй балаға дуҫ була аламы?

10.07.2018 в 00:31 \\ Дом. Семья \\ 237
  • Первый рисунок

Һәр атай-әсәй сабыйының тулы бәхеткә өлгәшеп, киләсәктә терәк һәм таяныс буласағына ышана. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәр үҙҙәре тәрбиә биреүҙә хаталанып, яңылышып, бер сиктән икенсеһенә һуғылып бер була. Һөҙөмтәлә сабыйға бағлаған өмөттәр аҡланмай ғына түгел, ә шәхес булараҡ үҫешенә кире йоғонто яһап, төҙәтелмәҫтәй эҙемтәләргә килтерә.
Алдынғы ҡарашлы психологтар, бала өсөн атай-әсәй иң яҡын дуҫ булырға тейеш, тип оран һала торғас, ҡайһы бер ғаиләләр быны үҙҙәренсә аңлап, Хоҙайҙан бирелгән оло бурысты ябайлаштырып уҡ ебәрҙе. Хәҙер хатта тәжрибәле атай-әсәйҙәрҙең дә: «Мин – баламдың яҡын әхирәте, серҙәребеҙ ҙә уртаҡ», – тип маҡтанғанын ишетергә тура килә. Әхирәт донъяға тыуҙырған иң изге йән – әсәйҙән дә мөһимерәк, ҡәҙерлерәк була аламы һуң?. .
Тәрбиәгә бәйле бер нисә ваҡиғаны өйрәнеп, тормошта йыш осраған хаталарҙың сәбәптәрен асыҡлап ҡарайыҡ.

Беренсе осраҡ – өлкән була белмәү
Боронғо авторитар тәрбиә алымы бөгөнгө балалар менән эшләүгә яраҡлы түгел, ул иҫкелек ҡалыбы үҙ-үҙен аҡламай, тигән ҡарашты аңыбыҙға һеңдерә торғас, күптәр яңы саралар уйлап табырға кереште. Бала менән тиң мөнәсәбәт ҡороу, дуҫлыҡ булдырыу тормоштағы бар мәсьәләне лә ыңғай хәл итәсәк, йәнәһе. Әммә дуҫлыҡ тигән төшөнсәнең дә тәрәнгә йәшеренгән хәүефле яғы бар. Талаптар ҡуймайынса, нимәлер эшләргә ҡыҙыҡһыныу уятмайынса, күңеленә сәм ойотҡоһо һалмайынса тороп, баланы шәхес итеп тәрбиәләү мөмкин түгел шул.
Әгәр элек сабыйҙы ғаиләлә артыҡ осондормай, хатта баҫырып тигәндәй тәрбиәләгән булһалар, бөгөн күптәр икенсе сикте һайлай. Бәләкәсте гел аңларға тырышыу, үҙ ыңғайына ҡуйыу, артыҡ иреклек сиктәрҙе билдәләй белмәгән атай-әсәйҙең абруйын ҡаҡшата ғына түгел, ә быуындар араһында төпһөҙ даръя барлыҡҡа килтереү ҡурҡынысы менән янай. Ғәмәлдә, тормошта уңышҡа, бәхеткә өлгәшеү ҙә, математик мәсьәлә йәки физика ҡағиҙәһе һымаҡ, ҡатмарлы ғына ҡанундарҙан тора. Уны фән кеүек өйрәнеү мотлаҡ. Тимәк, беҙ, бала тыуғандың тәүге көнөнән алып, уның күңеленә, аңына тормош хаҡында белем һалыуҙы йәшәү асылыбыҙ итеп алырға тейеш. Әгәр ҙә өлкәндәр, бала тормошондағы мөһим осорҙо етди ҡабул итмәй, бар нәмәне үҙ яйына ҡуйып, насар ҡылыҡтарына күҙ йомоп, талаптарһыҙ тәрбиәләһә, үҫмер йәшенә еткәндә ул атаһы менән әсә­һен хөрмәт итмәй, көсһөҙлөгөндә, уңышһыҙлығында яҡындарын ғәйеплә­йәсәк бит. Хәйер, ҡайһы берәүҙәр хатта балалар баҡсаһында уҡ ҡаршылыҡ, үҙ тормошо менән ризаһыҙлыҡ белдерә башлай.

Балалар баҡсаһында уларҙы сафҡа теҙеп кенә йөрөткән һәм кейемдәрен тәкләтеп һалдыртҡан уҫал тәрбиә­сеһен яратҡан улы хаҡында ғәжәп­ләнеп һөйләй бер ҡатын:
– Беҙ уны гелән һөйөп, бар теләген үтәп кенә торабыҙ. Тулы мөхәббәткә, сикһеҙ ихтирамға сорналып үҫеп кил­гән баламдың ҡапыл да үҙен хакимдарса тәкәббер тотоуынан, шашыуынан йөрәгем ярылырҙай сиккә етәм. Беҙҙең изге, сабыр һәм мәрхәмәтле мөғәмәләне, иң мөһиме – сикһеҙ һөйөүебеҙҙе йөрәгенә һеңдереп, ошоно сағылдырырға, ҡабатларға тейеш ине лә баһа?! Ә ул талапсан, уҫал тәрбиәсеһен өлгө итеп күрә, – тип аптырай әсә.
Һуңғы арала атай-әсәйҙәргә үҙҙә­рен өлкән тойорға һәм бала алдында ҡыйыу ҡарар ҡабул итергә өйрәткән төрлө тренингтарҙың күбәйеүе лә юҡҡа түгел, тимәк. Балаға ҡарата кеселекле, аңлаусан булыу ғына етмәй, күрәһең. Ул һәләттәрен асырға, яҡшы һыҙаттарын үҫтерергә этәргән, көсөнә ышанған абруйлы шәхес янында үҙен ҡурсыулы, таяныслы тоя. Кескәйгә дө­рөҫ йүнәлеш биреү, үҙ асылын табырға ярҙам итеү, төрлө күҙәтеүҙәр, фәһемле ваҡиғалар аша бәхетле булыу зирәклегенә төшөндөрөү, әммә үтенмәү, ниәтең тиҙ генә ғәмәлгә ашма­ғанда ла, бала алдында туҙынмау, мыжымау, асыу һаҡламау, ғәйеп яҡмау – быларҙы үтәү әллә ни ауыр ҙа түгел һымаҡ. Бары үҙеңде өлкәндәрсә тотоу ғына талап ителә…

Икенсе осраҡ – битарафлыҡ
Әгәр беренсе осраҡта кешеләр үҙҙәрен өлкәндәрсә тота һәм талап итә белмәһә, икенсеһендә улар аңлы рәүештә ҙурайырға теләмәй.
Хәҙер ҡырҡ йәштәгеләр генә түгел, хатта иллене барлаусы ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат араһында үҙен йәш-елкенсәктәй тотҡан һәм ҡылығында ла, кейемендә лә ошоно сағылдырырға тырышҡан атай-әсәйҙәр менән олатай-өләсәйҙәр барлыҡҡа килде. Улар ҡыҙ-улдарын, ейән-ейәнсәрҙәрен үҙҙәренең тиңдәше кеүек ҡабул итә, улар менән дуҫтарса аралаша. Эйе, тәү ҡарамаҡҡа ике яҡ өсөн дә уңайлы, ҡыҙыҡ һымаҡ. Ләкин ундай ғаиләлә үҫкән баланың да ғәҙел, тормош һөйөүсән, үҙен ихтирам иткән ысын шәхес булып нығыныуы икеле. Уға бәләкәстән, үҙ йәшенең хәл итәһе мәсьәләләрен, һөйөнөстәрен ситкә ҡуйып, һөйөклө, әммә өлкәнәйә белмәгән, тотороҡһоҙ ата-әсәһенең вәкәләттәрен үҙ иңенә алырға тура килә. Әгәр ата-әсә ваҡытында аҡылға килмәһә, шиксел, ҡыҙыу йәнле, тынысһыҙ, ауырыуҙарға бирешеүсән бәндә үҫеп сығасаҡ.

Замана гүзәл заттарының күбеһе – эштәге ҡатмарлыҡтар, ҡайһылары эскелек йәиһә йәш, нескә, матур ҡалыу мәшәҡәте менән онотолоп, ысын әсәгә, ҡатынға, хужабикәгә тейешле бурыстарҙы башҡармай тиерлек. Ә меҫкен бала өй эшенән һәм үҙен йәлләтергә ғәҙәтләнгән әсәһен ҡайғыртыуҙан бушамай ҡаңғыра. Яҙмыш һынауҙарына тиҙ бирешеп барған, ғаиләһен ҡәҙерләй белмәгән атайҙарға ла ышанып ҡына таянырҙай түгел. Һөҙөмтәлә сабыйҙың күңел кисерештәре, һыҙланыуҙары, һорауҙары иғтибарһыҙ һәм яуапһыҙ ҡала. Бала саҡта алынған йән йәрәхәттәре эҙһеҙ үтмәй, киләсәк бәхеткә кәртә булып ятыуы бар. Яҡындарға ҡарата уяуыраҡ, һағыраҡ, хәстәрлеклерәк, иғтибарлыраҡ булыу ғаилә бөтөнлөгөн һаҡларға һәм мөнәсәбәттәрҙе яңы кимәлгә алып сығырға ярҙам итәсәк.

Өсөнсө осраҡ – сер үлсәме
Тәүгеләре менән сағыштырғанда, әлеге тәрбиә төрө йыш осрай. Бала бөтә эс серен әсәһенә һөйләй. Ә ул, йөҙөнә ғәжәпләнеү шәүләһе лә сығармай, ғәйепләмәй генә тыңлай. Һуңынан, үҙ тормош тәжрибәһенән сығып, кәрәкле кәңәшен бирә. Уның һәр һүҙе йотлоғоп тыңлана. Әйткәндәй, дуҫлыҡ төшөнсәһе үҙе үк тигеҙ, асыҡ, ғәҙел мөнәсәбәттәр булдырыуҙы талап итә. Тимәк, әсәй ҙә ауыр саҡта үҙ кисерештәре менән мөрәжәғәт итергә һәм аңлауын тойорға тейеш. Шуны күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай: ул һин йәшәгәнде йәшәмәгән, күргәнеңде күрмәгән, тойғаныңды тоймаған. Тулыһынса асылып, үҙ хәсрәтеңде уға нисек туғараһың? Был тәңгәлдә лә аҡыл һәм сама менән эш итеү яҡшы.
Иң мөһиме – балағыҙ һеҙҙең йөҙҙә дуҫҡа түгел, ә донъялағы ғәзиз кешеләр – атай менән әсәйгә нығыраҡ мохтаж икәнен аңлау.

Белгестәр нимә ти?
Руслан Хәмитов, психолог, гештальт-терапевт:
– Һәр кешенең аңында «эске бала», «өлкән кеше» һәм «атай-әсәй» йәшәй. Уларға хас һыҙаттар, үҙенсәлектәр әҙәм балаһын ғүмер буйына оҙата бара. Өлгөргән кешелә ошо өс функция ла, үҙ-ара килешеп, тигеҙ һәм эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлек итә. «Эске атай-әсәй» мөхәббәт тойғоһо, үҫеш һәм хәүефһеҙлек өсөн яуап бирһә, «эске өлкән кеше» үлсәп хәл итә, айыҡ фекерләй. Ә «эске бала» хис-тойғоларға, уй-хыялдарға, ижадҡа, мауығыуҙарға хужалыҡ итә.

Төрлө сәбәптәр арҡаһында йыш ҡына заман кешеһендә был функциялар үҙ-ара килешә алмай йә, сәләмәт булмаған «тулҡында» эшләп, үҙенең йәки балаһының тормошон ҡатмарлаштырыуға сәбәпсе була.
Тәүге осраҡта тап «эске атай-әсәй» кәрәкле тулҡынға көйләнмәгәнен күрәбеҙ. Уны, мәҫәлән, былай тип ҡарайыҡ: әсәй, баланы атларға өйрәтер урынға, уны йығылыуҙан, бәрелеүҙән ҡурсалап, үҙе күтәреп йөрөтөргә лә риза. Ә сабый атларға ынтыла. Юғиһә, физик һәм психик үҫеше артта ҡаласаҡ. Әсәнең бурысы – иҙәндән хәүефле әйберҙәрҙе алып, балаға үҫеш өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, әгәр йығылһа, ваҡытында ярҙамға килеп, тынысландырып, артабанғы аҙымына этәргес биреү. Бында ул иркәләп кенә ултыра алмай, баланың һәр үҫеш этабы атай менән әсәйҙән ныҡлыҡ, әҙерлек, ихтыяр көсө һәм оҫталыҡ талап итә.

Ҡайһы берәүҙәр, үҙ хис-тойғоларына төшөнөп етмәй, «эске атай-әсәй» функцияһынан бөтөнләй баш тартыуҙы өҫтөн күрә. Был осраҡта бала, яҡындарының еңел юл эҙләргә маташыуын тойоп, үҙен яҡлауһыҙ хис итә һәм тормошҡа яраҡлашырға, үҫергә, камиллашырға ярҙам итерҙәй көстө ситтән эҙләй. Лайыҡлы ғына шәхес табылмаһа, урам егеттәре лә абруйға әйләнә.

Икенсе ваҡиғала «эске өлкән кеше» инҡар ителә. Үҫмер йәшендә хәл ителмәй ҡалған мәсьәләләр, мәҫәлән, атай-әсәй менән бәйле аңлашылмаусанлыҡтар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән күңел яралары, ғәмәлгә ашмаған ниәттәр – барыһы ла киләһе быуынға бурыс булып күсә. Өлкән кеше үҙе өҫтөндә ентекле эшләп кенә тормошта кәртә тыуҙырған кәмселектән, етешһеҙлектән арына ала.
Өсөнсө ваҡиғала мөнәсәбәттәрҙә сиктәрҙе билдәләй белмәү хатаһы ярылып ята. Баланың, ата-әсәһенә ышанып, эс серҙәрен асыуы насар түгел. Өлкәндәр быны ғына күтәрерлек хәлдә. Сер бүлешеү бәләкәстең күңел торошон тигеҙлектә тотоу, уға яңылышыуға юл ҡуймау, ваҡытында ярҙамға килеү өсөн мөһим. Теге йәки был осраҡта юғалып ҡалмаҫ өсөн әсәйҙең йәки атайҙың бәләкәй, үҫмер, йәш сағындағы тормош тәжрибәһе менән танышыу, әлбиттә, балаға ҡыйыулыҡ ҡына өҫтәйәсәк. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәрҙең тормош ҡатмарлыҡтары уның нығынып етмәгән иңенә ауҙарылырға тейеш түгел. Мәҫәлән, атай менән әсәй араһындағы ҡайһы бер нескәлектәрҙе бала белмәһә лә ярай.

Гөлнәзирә Йәнтүрина, психология фәндәре кандидаты, доцент, «Мәликә» имидж студияһы психологы:
– Ер йөҙөндә бер-береһенә тулыһынса оҡшаған балалар булмаған кеүек, барыһына ла берҙәй тура килгән тәрбиә алымы ла юҡ. Ҡайһы берәүҙәр әсә һөйөүенә, наҙына айырыуса мохтаж була. Сабыйға йылылыҡ, иғтибар етмәһә, күңелен тулыландырған, камиллыҡ тойғоһо биргән йәшәү принциптары нығынмай ҡала. Ундайҙарға ғүмер буйына йүнәлеш бирергә тура килә. Эске ныҡлыҡ менән тыуған, зирәк, аҡыллы балалар ҙа осрай. Ә бына улар өсөн аңлаусан, тоғро дуҫ булыу айырыуса мөһим, минеңсә. Был осраҡта өлкәндәрҙең абруйы үҙ әһәмиәтен юғалтмай. Ә балаларҙың атай-әсәйгә мөнәсәбәте уларҙың үҙ-үҙенә ихтирамы, йәшәү асылы һәм туҡтауһыҙ үҫешкә ынтылыуы менән билдәләнә. Баланы уңышҡа ҡанатландырыу, бәхет тулҡынына көйләү өсөн өлкәндәргә үҙҙәре өҫтөндә эшләү ҙә етә.

Похожие материалы:
Фотографии
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Знаменитости Башкортостана
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
  • Башкортостан с разных ракурсов
Инфо
Система Orphus
О САЙТЕ
www.bashklip.ru 2007 - 2018 | Настоящий ресурс может содержать материалы 16+ | Реклама на сайте | Обратная связь | Помощь | RSS | Если вы нашли ошибку - выделите текст и нажмите Ctrl + Enter