БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ САҒЫУ ҠОМАРТҠЫҺЫ

12.01.2015 в 17:07 | Обо всем | 1209 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Первый рисунок

Баймаҡ ҡалаһында мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса конкурс үтте. Бәйгелә төрлө тәбәктәрҙән килгән йәш сәсәндәр һынау тотто.

«Урал батыр» эпосының яҙып алыныуына 100 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, әле лә халҡыбыҙҙың ҡомартҡыһын өйрәнеү дауам итә. Шуныһы ҡыуаныслы, хәҙер инде был эпосты мәктәп уҡыусылары араһында ғына түгел, быйыл балалар баҡсаҺында ла беренсе мәртәбә уҙғарылды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, сарала бәләкәстәр ихлас ҡатнашты. Бәйгелә барлығы егерменән ашыу конкурсант үҙ-ара көс һынашты. Иң бәләкәй бәйгесе Сосновка ауылынан Рәзилә Мәхитова. Өс йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, эпостан 50 юллыҡ өҙөктө ятлап килгән. «Урал батыр» эпосын һөйләүселәр бәйгеһе йәш быуында ауыҙ-тел ижадына һөйөү уятыуы менән әһәмиәтле.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar