Йәшелсәгә дефицит кәмергә тейеш

06.12.2017 в 20:56 | Экономика | 822 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Йәшелсәгә дефицит кәмергә тейеш

Рәсәйҙә ике-өс йылдан йылыяпмаларға дефицит 90 процентҡа кәмергә тейеш. Ошо турала Ауыл хужалығы министры Александр Ткачев белдерҙе. Бөгөн илдә йылына 600-700 мең тонна йәшелсә теплицаларҙа үҫтерелә. Ҡышҡы ваҡытта томат-ҡыярҙарға ихтыяжды ҡаплау өсөн тағы ла 1 миллион тонна кәрәк, ти эксперттар. Александр Ткачев әйтеүенсә, илдә льготалы кредитлау буйынса 50 инвестиция проекты раҫланған. Уға ярашлы, алдағы ике-өс йылда 650 гектарҙа йылыяпмалар төҙөлә. Бында йылына 500 мең тонна йәшелсә үҫтереп буласаҡ. Был тармаҡтар алдынғы төбәктәр араһында Краснодар һәм Ставрополь крайҙары, шулай уҡ Башҡортостан менән Татарстан килә. Улар өлөшөнә яҡынса 30 процент тура килә.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar