Юлдар һәр саҡ имен булһын!

28.06.2017 в 00:28 | Авто | 791 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Первый рисунок

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” федераль проекты буйынса эштәр башланды. Уның буйынса Өфө агломерацияһына ҡараған трассалар тәртипкә килтерелә. Уҙған төн баш ҡалала Салауат Юлаев проспектында 1 километр ярым оҙонлоҡта яңы асфальт түшәлде. Юл эштәре транспорт хәрәкәтенә ҡамасауламаҫ өсөн төнгө ваҡытта башҡарыла. Проспектта ремонт июль аҙағынаса тамамланырға тейеш. Федераль проект буйынса быйыл Өфөлә 30-лап урамда юлдар тәртипкә килтерелә, яңы светофорҙар һәм юл билдәләре ҡуйыла.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar