Йыртыҡ йырҙың бармы ямауы?

18.11.2018 в 23:30 \\ Культура \\ 274
  • Первый рисунок

йәки «Юлдаш» радиоһы ойошторған художество советы ултырышында еңел-елпе йырҙарға кәртә ҡуйырлыҡ фекерҙәр яңғыраны

Беҙҙең халыҡта «Йырҙың йыртығы юҡ» тигән әйтем киң таралған. Әммә был бөгөнгө көн талаптарына һис кенә лә тап килмәй кеүек. Әлбиттә, һәр кемдең күңелендә йыр-моң йәшәй, ауыр саҡтарҙа – һағышты, күңел күтәрелгәндә шатлыҡты йыр менән таратыу беҙҙең халыҡҡа хас ғәҙәт. Шуға ла башҡорт халыҡ ижадында әллә күпме жанрҙағы йыр байлығы һаҡлана. Оҙон көй, бәйет, таҡмаҡ, мөнәжәт, әйтеш, сеңләү, буҙлау, ҡобайыр, һамаҡлау – быларҙың барыһы ла һүҙ менән моңдоң берләшеп тыуҙырған ҡөҙрәтле емештәре. Милләттәштәребеҙ араһында моңло тауышлы йырсылар ҙа бик күп.
Шуғалыр ҙа һәр байрам, сара йырһыҙ үтмәйҙер. Тик беҙгә сәнғәттең төп бурысын – халыҡта юғары зауыҡ тәрбиәләргә тейешлеген оноторға ярамай.

Бөгөн беҙ, нисек кенә хәйерсе күренергә тырышһаҡ та, муллыҡта йәшәйбеҙ. Өҫтәл – ризыҡ, өй – йыһаз, шкаф кейем менән тулы. Ҡала йорттары алдында машина ҡуйырға урын юҡ, ҡулда ҡиммәтле смартфондар, планшеттар, хатта ябай телефондарҙың сүрәтен дә онотоп барабыҙ. Ошондай уҡ муллыҡ беҙҙе рухиәт менән байытыусы әҙәбиәт менән сәнғәттә лә сағылыш таба. Һәр ҡәләм тирбәткән шиғырсы, хикәйәсе үҙнәшер юлы менән китап сығарһа, һәр йырлаусы сәхнәне яуларға ынтыла. Ҡала ғына түгел, район мәҙәниәт йорттарында аҙна һайын гастролгә килеүсе йырсылар концерт ҡуя, иҫәпһеҙ-һанһыҙ конкурс, фестиваль үтә, юбилей кисәләрен, осрашыуҙарҙы һанап та бөтөрөрлөк түгел. Был “таланттар”ҙы халыҡҡа танытыусы телерадиоканалдарҙың һаны ла йылдан-йыл арта бара. Ә каналдарҙың төп маҡсаты аҡса эшләү булғас, йыш ҡына мәғәнә, зауыҡ, моң һәм талант тигән критерийҙарҙы бөтөнләй юҡҡа сығарып, эфир ваҡытын ни етте шул йырҙар менән тултыра башлайҙар. Шуға ла арабыҙҙа үҙҙәрен сәнғәт йыһанында тип тойоусы “йондоҙҙар” күбәйҙе. “Мин хатта төкөрөргә лә ҡурҡам, яңылыштан бытҡышып-быҫҡып торған “йондоҙ”ға тейеүе бар”, – тип көлдөргәйне бер халыҡ артисы.
Бынан 15 йыллап элек үк республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында йырҙар, клиптар өсөн махсус комиссия – художество советы төҙөргә тигән тәҡдим менән гәзит-журналдарҙа, телевидениела йыш сығыш яһалды. Әммә ул һүҙҙә генә ҡалды. Шулай ҙа хөкүмәт ҡарамағында булған каналдар эфирға сығасаҡ йырҙарҙы, ҡырҡ уҡ булмаһа ла, бер нисә иләк аша үткәрә. Октябрь айында шағирә һәм журналист булараҡ, миңә лә “Юлдаш” радиоһы ойошторған художество советы ултырышында ҡатнашырға тура килде. Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы Фәдис Ғәниев, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлай Үҙәнбаев менән бергәләшеп 30-ҙан ашыу йырҙы тыңланыҡ һәм үҙ баһабыҙҙы сығарҙыҡ. Әлеге мәҡәләне, башҡарыусыларҙың исем-шәрифтәрен күрһәтмәй генә, урыны менән көлөп, урыны менән әсенеп яҙырға булдым. Әгәр ҙә кемдер үҙен таныһа, алдан уҡ ғәфү үтенәм.
Тәү сиратта тәҡдим ителгән йырҙарҙың бер ҡалыпта булыуы күҙгә ташланды. Мөхәббәт, илһөйәрлек һәм атай-әсәй темалары мәңгелек, тиһәләр ҙә, һәр йыр һайын ҡабатланған һүҙҙәр тамашасыны ялҡытып ҡына ҡалмай, ә мәғәнәһеҙ яңғырай башлай. “Рәхмәт, яҙмыш, матур кәләш өсөн...”, “Рәхмәт, Хоҙай, ошо телде бирҙең...”, “Рәхмәт, яҙмыш, был ергә килдем...” һәм башҡаларҙы тыңлай торғас, Фәдис ағай түҙмәй, әйтеп ҡуйҙы:
– Киләһе йыр, моғайын, “Рәхмәт, Аллам, ашай алам” тип яңғырар...
Был йырҙарға икенсе шиғыр кәрәк, тигән мөһөр һуҡтыҡ.
Халҡыбыҙ йырсыларға бай булған кеүек, композиторҙарға ла ҡытлыҡ кисермәй. Матур, халыҡсан һәм төҙөлөшө яғынан дөрөҫ йырҙар ижад итеүселәр ҙә үҙҙәренең эштәрен радио фондына тәҡдим иткәйне. Әммә таланттар йыйылмаһы бик һирәктәргә генә бирелә. Әгәр йырларға моңло тауыш булмаһа, йыр нисек кенә матур булмаһын, тамашасы күңелен яулай алмай, эфирҙы ла биҙәмәйәсәк. Шуға күрә композиторҙарға: “Ижад емештәрегеҙҙе профессиональ йырсыларға тәҡдим итегеҙ”, – тигән кәңәш ебәрелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙем ижад иткән йыр, тип бирелгәндәр араһында плагиат та осраны. Еңел-елпе лә түгел, ә данлыҡлы “Ағыла ла болот ағыла”, “Һандуғасым-былбылым” көйҙәренең бер нисә нотаһын ғына алмаштырып, “үҙләштерергә” маташыусылар ни уйлай икән? Әллә тыңлаусыларҙы, әллә радио хеҙмәткәрҙәрен аңһыҙға тиңләйме? Һорау асыҡ ҡала.
“Үлде лә китте туғаным минең...” – тип йыр башланыуы булды, йор һүҙле Юлай ағай:
– Бик шатланып йырлай, моғайын, васыятҡа миллион доллар уҡ булмаһа ла, һумдар ҡалдырғандыр, – тип көлдөрөп алды. Ысынлап та, һағышлы, ғазаплы шиғыр юлдарын дәртле бейеү көйөнә йырлау бер нисек тә күңелгә ятмай. Шулай уҡ шиғыр формаһы йырҙың төҙөлөшөнә тап килмәгән бер осраҡ булды. Быны мин яҡынса, ҙур аяҡ менән 36-сы үлсәмдәге аяҡ кейемен кейергә маташыу, тип аңлатыр инем. Моғайын, республиканан ситтә тыуып үҫкән йырсы булғандыр, башҡорт һәм татар телдәрен бутап йырлаған талантлы ҡыҙға ла йырҙы дөрөҫ телмәр менән ҡабат яҙҙырырға кәңәш бирелде.
Матур йыр өсөн аранжировканың да мөһимлеген иҫбатлаған бер хәл булды.
– Ҡылый күҙле кеше ике юҫыҡты бер юлы күреп, дөрөҫ йүнәлеш ала алмаған кеүек, мин был йырҙы тыңлағанда ике ритмға берләшә алмай йонсойом, – тигән фекерҙе яңғыраттым. Талғын, күңелде тынысландырырлыҡ матур йырҙы талантлы йырсы башҡарһа ла, аранжировкалағы дәртле ритмдар уны бөтөнләй ҡолаҡҡа ятышһыҙ итә.
Һөнәр оҫталарына ҡарата “профессионал” тигән термин юҡҡа ғына ҡулланылмай. Әлбиттә, арабыҙҙа белем алырға мөмкинлеге булмаған, әммә унар йыл уҡыған ун йырсыны ла алмаштырырлыҡ талант эйәләре осрай. Тик ундайҙар бик-бик һирәк була. Аллаһы Тәғәлә талант өләшкәндә бер генә тамсы эләктереп өлгөргән йырлаусыларға (ундайҙарға йырсы тип өндәшеү ҙә гонаһ): “Иген икһәң, балаларға белем бирһәң, күпкә файҙалыраҡ булыр ине”, – тип әйтке килә.
Ултырышта 23 йыр дәғүәһеҙ эфирға алынды, дүрт йырҙы яңынан яҙҙырырға, ике йырҙың һүҙҙәрен үҙгәртергә тәҡдим ителде. Һигеҙ йыр талаптарға тура килмәй тип табылды. Был мәҡәлә кемделер кәмһетеү, юҡҡа сығарыу өсөн яҙылманы. Бары тик әйтелгән теләктәрҙе, фекерҙәрҙе иғтибарға алырға, талаптарҙы үтәргә генә кәрәк. Һүҙебеҙгә ҡолаҡ һалһағыҙ ине. Ни генә тимә, йыр – ул юғары сәнғәт, йыртыҡтарына, тишектәренә ҙур сәхнәлә, “зәңгәр экран”да, радио эфирында урын юҡ.

Похожие материалы: