ҺҮҘ – КҮҢЕЛ ЫНЙЫҺЫ

11.11.2015 в 21:18 | Общество | 927 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Первый рисунок

"Булмағас, булмай икән баҙарҙа сөсө икмәк", ти икән берәү бала саҡтан яратҡан танһыҡ икмәген эҙләп хәлдән тайғас. Шуның кеүек, беҙ, республиканың ваҡытлы матбуғат баҫмаһы журналистары ла, баш ҡалабыҙ буйлап башҡорт теле ынйыларын эҙләп хәлдән тайһаҡ та, бер үк нәмәне ҡабатлап яҙа-яҙа арыһаҡ та, туған телебеҙҙе тупаҫ боҙған хаталы юлдарҙы күреп йүңкеһәк тә, был мәсьәләгә ҡул һелтәп ҡуйырға йыйынмайбыҙ, сөнки әсә телебеҙ - беҙҙең милли булмышыбыҙ, рухи асылыбыҙ ул.

Ә бына Башҡортостаныбыҙҙа йәшәп тә, ошо илдең аҫаба халҡының туған теленә ҡарата һаман булһа үҙҙәрендә толерантлыҡ тәрбиәләй алмаған тәрбиәһеҙҙәр байтаҡ әле йәнәшәбеҙҙә. Ундайҙарҙы мин халҡым теленә генә түгел, уның асылына, булмышына ҡул һелтәп, төкөрөп ҡараусылар тип әйтер инем. Миҫал эҙләп, алыҫ йөрөргә лә түгел. Берәй автобусҡа ултырып, баш ҡалабыҙҙың төп урамы - Октябрь проспектынан үтеүегеҙ ҙә бик күп ғибрәтле миҫалдарға юлыҡтырып, ғәжәпләндерер, унан бигерәк ғәрләндерер һеҙҙе.
Ә мин ҡунаҡтар килеп-китеп йөрөгән, баш ҡалабыҙҙың визит карточкаһы булған Өфө - аэропорт юлында күреп ғәрләндем башҡорт телен тупаҫ боҙоп яҙылған ана шундай хаталарҙың береһен: туҡталыш павильонының ҡаҡ маңлайына эре, сағыу хәрефтәр менән "Кафеһы "Отдых" тигән һүҙҙәр сәпәлгән. Бына шундай наҙанлыҡҡа ни әйтәһең инде. Белмәгәс - һора икән дә бит! ШОС һәм БРИКС саммиттары көндәре оятына нисек сыҙап торғандыр был һүҙҙәр...
Артабан бер аҙ бара биргәс, "Өфө" ҡапҡаһына етерҙән алда эленеп торған баннерҙағы һүҙҙәр иғтибарҙы йәлеп итте: "Башҡортостан - Рәсәйҙең аҫыл ташы". Автор-фәләне юҡ, ошо бер генә һөйләмдән ғибәрәт ул. Хатаһы ла юҡ, әлбиттә, шулай ҙа ғүмер буйы һүҙ хазинаһы менән эш итеп, уның ынйыға хас бөртөктәрен, һәр төрлө варианттарын, синонимдарын күңеле түрендә уйнатып өйрәнгән талапсан юлаусы был һөйләмдең бер һүҙенә абынырға тейештер, тип уйланым. Ниндәй генә зиннәтле, ялтыр-йолтор аныҡлаусы һүҙҙе өҫтәмә, аҫыл, алтын, гәүһәр һ.б тип әйтмә, йәнһеҙ, һалҡын таш күҙ алдында һынлана. "Башҡортостан - Рәсәйҙең аҫыл ынйыһы" тип бик тә төҙәтке килде юл буйындағы әлеге һөйләмде.
Хатаһыҙ яҙыу ғына етмәй шул әле, һүҙ менән бик уйлап, һаҡсыл эш итә белеү ҙә кәрәк. Һөйләмең күңелгә таш булып ятмаһын, ә уны ынйылай балҡытып ебәрһен!

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar