Машиналар бер базала туплана

17.06.2017 в 23:24 | Авто | 961 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Первый рисунок

Беҙҙең илдә автомобилдәрҙең берҙәм базаһы барлыҡҡа килә. Унда барлыҡ машиналар буйынса мәғлүмәт алырға була. Ошо турала “Рәсәй автомобиль дилерҙары” ассоциацияһынан хәбәр итәләр. 2017 йыл аҙағына беҙҙең илдә теркәлгән барлыҡ машиналарҙың яртыһы электрон базаға индерелә. 2020 йылға исемлектә 40 миллион автомобиль буласаҡ, тип белдерәләр ойошманан. Шулай ҙа берҙәм базаға инеп теге йәки был машина буйынса мәғлүмәт алыу өсөн аҡса түләргә кәрәк була. Ябай ҡулланыусыларға хаҡ 500 һумдан алып 2 мең һумға етә.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar