Президент булырға теләүселәр күп

03.01.2018 в 16:16 | Политика | 992 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Президент булырға теләүселәр күп

Рәсәй президенты вазифаһына 64 кеше дәғүә итә. Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, партиялар 21 кандидатты тәҡдим иткән, ә 43 кеше үҙен-үҙе күрһәткән. Һуңғыларынан ғаризалар 1 ғинуарға тиклем ҡабул ителде. Ведомствонан белдереүҙәренсә, кандидаттар күплеге һайлау кампанияһы үҙенсәлектәре менән аңлатыла. Кандидат булараҡ теркәлеү өсөн аҙыраҡ ҡултамға йыйырға кәрәк. Үҙен-үҙе күрһәтеүселәр төрлө төбәктә йәшәүселәрҙән – 300 мең, ә парламентҡа инмәгән партия вәкилдәре 100 мең имза барлығын күрһәтергә тейеш. Думалағы сәйәси фирҡә кандидаттары иһә ҡултамға йыйыуҙан азат ителә. Рәсәйҙә президент һайлауы быйыл 18 мартта үтә.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar