Рөстәм Хәмитов: "Һайлау кампанияһына үтә етди ҡараш булырға тейеш"

29.06.2017 в 23:20 | Общество | 992 ПРЕДЛОЖИТЬ НОВОСТЬ
  • Первый рисунок

Бөгөн Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге менән осрашты. Унда алдағы һайлауҙарға әҙерлек, территориаль һайлау комиссияларының эшен, сәйәси партиялар менән бәйләнештәрҙе камиллаштырыу мәсьәләләре ҡаралды. Республика башлығы әйтеүенсә, һайлауҙарҙың ғәҙел ойошторолоуы мотлаҡ, бер кемдең дә теләһә ниндәй шарттарҙа ла кампанияның асыҡ үтеүенә бәләкәй генә шиге тыуырға тейеш түгел. "Был - беҙҙең йәмғиәттең, республика граждандарының төп талабы. Шуға ошо эшкә ныҡ етди ҡарарға кәрәк",- тине Рөстәм Хәмитов. Быйыл Башҡортостанда муниципаль кимәлдә һайлауҙар була, киләһе йылда инде ил президентын һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын һайлайбыҙ.

Похожие материалы:
Комментарии
Всего комментариев: 0
avatar