«Тере тупраҡ» саҡыра

20.11.2018 в 03:36 \\ Афиша \\ 1163
  • Первый рисунок

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры күптән түгел генә сәхнәгә «Хазина» премьераһын (Наил Fәйетбаев пьесаһы буйынса) сығарып, зал тултырып тамашасы йыйғайны. Әле килеп театр коллективы йәнә бер премьера әҙерләй.
20-21 ноябрь Сибай театры үҙ тамашасыларын «Тере тупраҡ» спектакленә саҡыра. Актер, ҡурайсы, йырсы, драматург, композитор, БАССР-ҙың халыҡ артисы, С.Юлаев һәм F.Сәләм премиялары лауреаты И.И.Дилмөхәмәтовтың әҫәре буйынса әҙерләнгән тамаша барыһына ла оҡшар тип ышанабыҙ. Ишмулла Ишҡәле улы үҙе лә алыҫ 1930-1940 йылдарҙа Сибай театрында эш башлап, ошонда ижади сынығыу ала һәм артабан Башҡортостандың билдәле сәхнә йондоҙо булып китә.
Театрҙың художество етәксеһе Дамир Мәзит улы Fәлимов әйтеүенсә, спектакль Башҡортостан Республикаһы булдырылыуға 100 йыл тулыуға арнала һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проекты сиктәрендә сәхнәгә сығарыла. Федераль һәм республика бюджетынан яңы ҡоролмалар, декорациялар һәм костюмдар алынған.
Проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә ситтән саҡырылған ижади төркөм эшләй. Уны Башҡортостандың халыҡ артисы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы профессоры, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың яҡташы, режиссер Азат Нәҙерғолов етәкләй.
Азат Әхмәҙулла улы әйтеүенсә, күптән бындай әҫәр сәхнәгә сығарылғаны юҡ. Башҡорт батырҙары ҡаһарманлығы хаҡындағы ысынбарлыҡтар күләгәлә ҡалып килде. Был бушлыҡты тулыландырыу өсөн театр режиссерҙары М.Буранғолов, Д.Юлтый кеүек бөйөк драматургтар әҫәрҙәренә әйләнеп ҡайтты. Ә сибайҙар И.Дилмөхәмәтовта туҡталды. 35 йыл элек, 1983 йылда театрҙың баш режиссеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эш-мәкәре Фәтхислам Fәйнислам улы Fәләүетдинов нәҡ ошо спектаклде сәхнәгә ҡуйып, оло дан ҡаҙана. И.Дилмөхәмәтовтың либреттоһына З.Исмәғилев «Урал илселәре» операһын да яҙа һәм 1982 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында халыҡ хөкөмөнә сығарыла. Баш-ҡорттарҙың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыллыҡты байрам иткән мәлдә, йәғни 2007 йылда, операның икенсе редакцияһы йәнә премьера булып тамашасыға еткерелә.
Театр һәр саҡ яңылыҡ эҙләй. Ә ул онотолған иҫкеләрҙә. Республиканың 100 йыллығы һәм Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл булған осорҙа «Тере тупраҡ» драмаһы темаһы бик актуаль булып тора. Сөнки әҫәр нигеҙендә башҡорт республикаһының тарихы ята. Тирә-яҡтан килгән баҫҡынсылар башҡорт ҡәбиләләренә берләшергә ирек бирмәй. Шул саҡ улар көслө ышыҡ эҙләй. Был мәлдә милләттәштәребеҙҙе Рәсәй батшаһының мөрәжәғә-те, хәүефһеҙлек һәм тыныслыҡ вәғәҙәләүе ҡыҙыҡһындырмай ҡалмай. Драмала Аҡсә-сән, Юлтый батыр Рәсәйгә ҡушылырға өндәһә, Ҡаһирбей яҡлылар берләшеүгә ҡаршы була. Аҡсәсәндә халыҡ аҡылы, тыуған ер яҙмышы өсөн борсолоу сағылһа, әҫәрҙең төп сюжеты булып йәштәрҙең—Юлтый менән Һарлайсәстең мөхәббәте, халыҡ араһындағы конфликт тора.
Премьераны сәхнәгә сығарыу өсөн бик күптәр үҙ көсөн һалды. Мәҫәлән, композитор И.Яхин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Х.Әхмәтов исемендәге Баш-ҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе С.Асҡарова, театрҙың музыкаль бүлеге мөдире Т.Әхмәтйәнов, актер һәм каскадер Р.Йылҡыбаев, рәссам Ә.Байрамғолова, рәссам-сценограф Р.Баймөхәмәтов, костюм һәм декорация әҙерләүсе театр хеҙмәткәрҙәре Ф.Мөртәйләков, Ф.Нурғәлиева, А.Юнысбаева, Р.Башаров, Ф.Fәйнуллина, Г.Хәмитова, Г.Итбаева, А.Ҡурсаева, Н.Әхмәтов, А.Әбдрәшитова, С.Ишпахтина, Р.Кәримов, Л.Fарипова. Спектаклдә бөтә ижади труппа, йәғни 30-ҙан ашыу кеше ҡатнаша. Тимәк, тамашасыларҙы бик шәп спектакль көтә.
Бөгөн, үкенескә күрә, рухи ҡиммәттәр һәм традициялар артҡы планға күсә бара. Был мәсьәләне ыңғай хәл итеү өсөн йәштәрҙе мөмкин тиклем театрға, тамашаларға, мәҙәни сараларға йәлеп итергә кәрәк. Ошоно иҫәпкә алып, беҙ бөтә халыҡты премьераға саҡырабыҙ! Килегеҙ, дуҫтарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы эйәртегеҙ!

Похожие материалы: